Ишембайҙағы ковид-госпитале ете дана ИВЛ ҡоролмалары килтерелде

Ишембай ҡалаһында ойошторолған инфекция госпитале үпкәне яһалма елләтеүгә иҫәпләнгән ете яңы аппарат менән тәьмин ителгән. Учреждениела бөгөн һикһәнгә яҡын пациент дауалау үтә, уларҙың утыҙ процентында коронавирус диагнозы раҫланған. Ҡыҙыл зонанан БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә. 

Иртәнге оперативканан һуң мәкерле сир менән көрәштә сираттағы смена башлана. Табиптар аҡ халат урынына инфекциянан һаҡлаусы костюм кейә. «Тынсыу, шулай ҙа түҙергә мөмкин,» – ти белгестәр. «Ҡыҙыл зона»ға эләккән пациенттарҙың хәле күпкә киҫкен, ҡатмарлы. Компьютер томографияһы тикшереүҙәре буйынса, уларҙың үпкәләре кәмендә 40 процентҡа зарарланған.

Коронавирус пандемияһы табиптар өсөн оло һынауға әйләнде, вахталап эшләү, сир менән көрәштә алғы һыҙыҡта булыу... Ишембай районы инфекция госпиталендә бер сменаға ни бары һигеҙ хеҙмәткәр сыға, иңдәренә һикһәнгә яҡын кеше, шул иҫәптән ауыр хәлдәгеләр өсөн дә оло яуаплылыҡ һалынған.  Сирлеләрҙе дауалау бер, уларҙың яҡындарының шылтыратыуҙарына ла яуап биреп өлгөрөргә кәрәк. Һәр кем иғтибар талап итә. Ялыуҙар ҙа булғылай.

Яңыраҡ дауалау учреждениеһы үпкәне яһалма елләтеү буйынса яңы аппараттар менән тәьмин ителә. Урындағы белгестәр кислород концентраторҙарына ла ихтыяждың артыуын билдәләй. Әйтәйек, Ишәй ауылынан Рәсимә Заһиҙуллина госпиталгә тап тын алыуы ауырлашыуға бәйле госпиталгә эләккән.

Коронавирус аяуһыҙ. Бигерәк тә хроник сирлеләр өсөн ул оло хәүеф менән янай. Дауалау курсы үткәндән һуң реабилитация ла талап ителеүе ихтимал. Ишембайҙан Зөлфиә Ғүмәрова мәкерле инфекция менән яҡшы таныш. Ҡатын ҡатмарлы  сирҙе еңеүҙә аҡ халатлыларҙың өлөшө ҙур булыуын билдәләй.

Һауығып сыҡҡандан һуң Зөлфиә Ғүмәрова табиптар ҡушыуы буйынса саф һауала күберәк йөрөргә тырыша, сәләмәт тормош алып бара, дөрөҫ туҡланыуға күскән. Көн дә тын юлдары гимнастикаһын эшләй. Һаҡланыу саралары – битлек, бирсәткәне лә хәҙер иңҡар итмәй, санитар-эпидемиологик талаптарҙың ҡәтғиләшеүен аңлап ҡабул итә.

Фото №1 - Ишембайҙағы ковид-госпитале ете дана ИВЛ ҡоролмалары килтерелде

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ