Мәктәп уҡыусыларына – яңы гаджеттар

«Өйҙә уҡырға ярҙам ит» акцияһы сиктәрендә мәктәп уҡыусыларына «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә сираттағы гаджеттар тапшырылды. Республика район-ҡалаларының мәғариф бүлеге вәкилдәре уларҙы яҡын көндәрҙә тәғәйен адресатҡа илтеп бирәсәк.

Проект электрон белем алыуға мөмкинлеге булмаған балаларҙы компьютер саралары менән тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Иғтибарға башлыса 9-сы, 10-сы синыфтарҙа белем алыусы аҙ тәьмин ителгән һәм күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр алына. Пандемия башынан алып 800-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһына гаджет тапшырылған.

Фото №1 - Мәктәп уҡыусыларына – яңы гаджеттар

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ