Туҡтап торған эшкәртеү предприятиеларын тергеҙгәндә, шундай һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин.
Был турала Радий Хәбиров ҡатнашлығында ойошторолған «Ауыл сәғәте» кәңәшмәһендә белдерелде. Республика етәксеһе ай самаһы элек төбәктең аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтенә ярҙам күрһәтергә ҡушҡайны. Әле Башҡортостандың аҙыҡ-түлек буйынса дөйөм производство күләме 167 миллиард һум тәшкил итә, бер үк уҡ ваҡытта республика баҙары 461 миллиард ярым һумлыҡ продукция ҡуллана.
Шулай итеп ситтән индерелгән тауарҙарҙы алмаштырыу потенциалы 294 миллиард һумдан ашып китә. Айырманы кәметеү өсөн ауыл хужалығы министрлығы инвесторҙар менән әүҙем эшләй һәм ауыл хужалығы кооперативтары мөмкинлектәрен ҡулланып сауҙа тармаҡтарын үҫтерә. Аграрийҙар билдәләүенсә, республикаға лидерҙар рәтенә инеү өсөн етештереүселәрҙең, эшкәртеүселәрҙең һәм сауҙа звеноһының берлектәге эшмәкәрлеген булдырыу талап ителә.




