“Бындай ведомство яҡын арала асылырға тейеш. Әле ул бер нисә майҙансыҡта эшләй. Яңы йылдан һуң үҙәктең үҙ бинаһы була. Бында халыҡ мөрәжәғәтенән тыш, дәүләт ойошмаларының эшен яҡшыртыу буйынса хеҙмәт булдырыла. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында компьютер томографы эштән сыҡҡан, йә иртәнге 9-ҙан 16 сәғәткә тиклем генә эшләй икән ти. Был мәғлүмәтте тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итә алған кеше ҡабул итә. Маҡсат – ведомстволар эшен тиҙләтеү”, тип белдерҙе Радий Хәбиров.





