1 декабрҙә 2019 йыл өсөн һалым түләү ваҡыты тамамлана

Иглин районында һалым буйынса бурыслыларҙы асыҡлау рейды үтте. Уны һалым инспекторҙары суд приставтары һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторҙо. Сарала водителдәрҙең һалым һәм кредит бурысы тикшерелде.

Һөҙөмтәлә 300 мең һумлыҡ кредит бурысы йыйылған гражданиндың транспорты штраф туҡталҡаһына оҙатылды. Ведомство хеҙмәткәрҙәре һалымды ваҡытында түләргә саҡыра, кире осраҡта уға пенялар өҫтәлә. Милеккә һалымды банк бүлексәләрендә, Рәсәй почтаһында һәм дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында күсерергә мөмкин. Бындай рейдтар даими уҙғарыласаҡ.

Фото №1 - 1 декабрҙә 2019 йыл өсөн һалым түләү ваҡыты тамамлана

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ