Фатир хужалары әйтеүенсә, 3 йыл элек йорттоң стенаһы сатнаған. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа фатирҙы бер нисек тә йылытып булмай, ел үтә. БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Фатир эсендә лә ҡышҡы кейем кейергә мәжбүр Мария Кривашкина ҡышты борсолоп ҡаршылай. Дим биҫтәһенең Хәҡиҡәт урамындағы торлаҡ йорт стенаһында бер нисә йыл элек ярыҡ барлыҡҡа килә. Фатир эсе һыуынып ҡына ҡалмай, дымлы, һалҡын һауанан стена, обойҙар боҙолоп йорт хужаларына көтөлмәгән мәшәҡәт өҫтәй.
Ошо уҡ һорау Мария Кривашкинаның фатирынан аҫта йәшәүселәрҙе лә хафаға һала. Ел үтәнән-үтә өргәс, иҙәнде йылытып алырлыҡ түгел. Тәҙрә төптәре лә өҫтәп йылытып ҡаралған. Стенаны мебель менән дә ҡаплап ҡарағандар, әммә һөҙөмтәһеҙ. Сатнаған участка йорт стенаһы буйлап һуҙыла.
Идарасы компания был хаҡта хәбәрҙар, әммә улар Хәҡиҡәт урамындағы торлаҡтағы ярыҡты ямау өсөн ваҡыт етмәүгә һылтана. Төҙөлөш ойошмаһы ҡарамағында 97 торлаҡ йорт иҫәпләнә һәм уларҙың күбеһе уҙған быуатта төҙөлгән.
Баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге йортто төҙөкләндереү өсөн талап ителгән материалдар, ҡоролмалар әҙерләнгән. Сатнаған майҙанды ҡаплау өсөн бер нисә сәғәт ваҡыт ҡына кәрәк кеүек. Сананы йәй әҙерләйҙәр тигән әйтемгә ҡолаҡ һалған осраҡта фатир хужаларына оҙаҡ ыҙаларға ла тура килмәҫ ине, бәлки...
Флорида Ким.




