Өфөлә вокал һәм музыка ҡоралдары оҫталығы конкурсының төбәк этабы еңеүселәре бүләкләнде

«Ҡаршылыҡтарҙы емереп» йәмәғәт ойошмаһы тарафынан үткәрелгән сираттағы проект Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.

Ижади бәйгелә 47 бала ҡатнашырға теләк белдерә. Шул уҡ ваҡытта ансамблдәр ҙә була. Финалға 27 коллективтың 24-е һайлап алына. Йәш таланттар яңғыҙ һәм ансамбль менән сығыш яһап, өс йүнәлеш буйынса һынау тота. Волга буйы федераль округы төбәктәре ҡатнашыусылары араһында Өфөнөң 4-се музыка мәктәбе уҡыусыһы номинация еңеүсеһе тип таныла.

«Белая трость» тип исемләнгән конкурс күреү һәләтенән мәхрүм балалар өсөн йыл һайын ойошторола. Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында быйыл ул дистанцион форматта уҙҙы, ҡатнашыусылар онлайн сығыш яһаны.

Әлфинә Килдейәрова.