Башҡортостан ҡыҙы Нәйлә Дәүләтшина «Беренсе Вице-Мисс Азия-Себер-2020» титулын яуланы

Красноярскиҙа үткән бәйгелә конкурсанттар үҙ халҡының милли кейемен, аш-һыуын, һәләтен һәм киске күлдәктә дефиле күрһәтте. Яҡташыбыҙ бәйгелә «Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүен башҡарып, ҙур бәлеш бешереп күрһәтеп, халҡыбыҙ йолалары хаҡында һөйләне.

Башҡорт һылыуы Ейәнсура районында тыуып үҫкән. Әлеге көндә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында белем ала.