Әммә пандемия шарттарында төркәмдәге күнекмәләр онлайн форматта үтә. Өҫтәмә белем биреү учреждениеһында конкурстарға әҙерләнеүселәр өсөн дә шарттар тыуҙырылған. БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.
Сәнғәт мәктәбендә уҡыуҙар 9 ноябрҙә башланған. Уҡыусыларҙың күнекмәләр графигы дөйөм белем биреү мәктәбендәге төп дәрестәргә ҡамасауламай. Дәрестәр теҙмәһе уңайлы итеп ҡоролған. Хореография күнекмәләре лә 12- 14 уҡыусынан торған төркөмдәрҙә онлайн форматта үтә.
Көҙгө каникулдан һуң уҡыусылар музыка мәктәбен, бергә уҡыған иптәштәрен һағынып өлгөргән, әммә бөнгөнгө ысынбарлыҡта, һаҡлыҡ ҡағиҙәләренә ярашлы, йорт шарттарында белем алырға мәжбүр итә.
Музыка теорияһы дәрестәре зум платформаһында бара. Өсөнсө синыф уҡыусылары клавиатурала соль нотаһына мажор гаммалары төҙөргә тейеш. Музыка уҡытыусыһы Татьяна Чудова иһә музыка дәрестәрендә тере аралашыу мөһим тип иҫәпләй. Солфеджиҙы дистанцион форматта үҙләштереү балаларға ауырға тура килә, шуға ла ҡыҙҙар-малайҙарҙы, пандемия бөтөү менән яңынан осрашырбыҙ тип өмөтләндерә.
Сәнғәт мәктәбендә һынлы сәнғәт бүлеге быйыл ғына асылған. Дәрестәр төркөмдәргә бүленеп онлайн форматта уҙғарыла. Юғары категориялы рәсем уҡытыусыһы Светлана Петрикованың уҡыусылары үткән уҡыу йылында ла зум бәйләнеше аша уҡыған.
Халыҡ- ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Илья Кравченко фортепьяно буйынса индивидуаль дәрестәргә йөрөй. Һәр күнекмә алдынан ул ҡулдарын дезинфекциялай, башҡа һаҡланыу сараларын да үтәй. Тиҙҙән Рәсәй кимәлендә үтәсәк онлайн конкурста ла үҫмер тик уҡытыусы менән бергә ойошторолған дәрестәр ярҙамында ғына еңеп сығырға ниәтләй.
Ҡурай бүлеге уҡытыусыһы Арыҫлан Оморҙаҡовта ете үҫмер белем ала. Улар берәр сәғәт арауыҡ менән шөғөлләнә.
Сәнғәт мәктәбе дистанцион белем биреүҙә икенсе аҙна. Үткән сиректәге онлайн дәрестәр аша шаҡтай тәжрибә туплағандар. Белем биреүҙә һанлы форматҡа күсеү уҡыу процессына ҡамасауламаған. Дәрестәр һаны һәм сифаты кәмемәгән.
Әҙеһәм Исҡужин исемендәге сәнғәт мәктәбендә 650 уҡыусы белем ала. Өҫтәмә белем биреү учреждениеһында онлайн дәрестәр 22 ноябргә тиклем дауам итер, тип күҙаллана.
Әҙеһәм Исҡужин исемендәге сәнғәт мәктәбендә музыка теорияһы, хореография, рәсем дәрестәре онлайн фораматта үтә. Ҡайһы бер музыка ҡоралдары буйынса индивидуаль дәрестәр ҙә ҡаралған. Улар махсус графикка ярашлы ойошторола.
Гүзәл Борханова.




