«Йәшлек Шоу – 2020» фестиваленең супер-финалы 26 декабрҙә уҙасаҡ

Сара Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа үтә.

Бөгөн Өфөлә конкурстың ярым финалы уҙҙы. Быйыл музыкаль бәйгелә Башҡортостандан тыш, илдең 11 төбәге вәкилдәре ҡатнаша. Пандемияға бәйле фестиваль яҙ айҙарынан көҙгә күсерелгәйне. Яңы йыл алдынан ғына иғлан ителәсәк еңеүсегә 300 мең һум аҡсалата бүләк әҙерләнгән. Шулай уҡ ул ҙур сәхнәгә сығыу өсөн продюсер ярҙамы аласаҡ.

«Йәшлек-шоу» 28-се тапҡыр ойошторола. Проект йәш башҡарыусыларға сәхнәгә сығырға юл аса, тип әйтергә мөмкин. Конкурсанттарға вокал һәм хореография буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирелә.

Рәмилә Исмәғилева.