Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала халыҡ күпләп йыйылған 8 мең 700-гә яҡын урында рейдтар үткән. Битлек кеймәгән өсөн 3 мең һумғаса штраф һалыныуы ихтимал. Табип-инфекционист Фәғилә Ҡотлоғужина әйтеүенсә, медицина битлеге сирҙе таратмауға булышлыҡ итә.





