Унда республиканың Бөрө зонаһына ҡараған райондарҙан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнаша. Сарала телде уҡытыуҙа яңы алымдар ҡулланыу, балалар араһында ҡыҙыҡһыныуҙы уятыу буйынса фекер алышыу була. Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғарифты үҫтереү идаралығы етәксеһе Булат Зиннуров һөйләй.
Быға тиклем башҡорт теле уҡытыусылары өсөн онлайн-конференция республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары вәкилдәре өсөн үткәрелде. Ошондай саралар 10 декабргәсә бөтә зоналарҙа ойошторола.





