Күмертау йылдам үҫеш биләмәһе иң яҡшы моноҡалалар исемлегенә ингән

Күмертау йылдам үҫеш биләмәһе иң яҡшы моноҡалалар исемлегенә ингән
Фото №1 - Күмертау йылдам үҫеш биләмәһе иң яҡшы моноҡалалар исемлегенә ингән

Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды 2019 йыл һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Рейтинг 17 күрһәткес буйынса әҙерләнгән. Күмертау социаль-иҡтисади үҫеш буйынса юғары баһаланған. 2016 йылдан ҡалала 1 мең 300-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа килгән, бында 2 миллиард 400 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән. Йылдам үҫеш биләмәһендә 27 резидент эшләй. Киләһе йылда тағы 4-5 компания ҡушылырға тейеш, тип хәбәр итәләр Республика Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ