Мөлкәт, транспорт һәм ер һалымын “Налоги ФЛ” мобиль ҡушымтаһы, йә Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында, терминалдар, банк һәм почта бүлексәләрендә түләргә була. Әммә ҡайһы берәүҙәрҙең уны ҡаплау өсөн финанс мөмкинлеге булмауы ихтимал. Һалым түләүҙәрен кисектерергә буламы? Был һорауға Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәте вәкиле Айша Өмөтбаева яуап бирә.
Башҡортостан халҡы яҡынса 5 миллиард һумлыҡ милек һалымын түләргә тейеш. Был сумманың 2 миллиардҡа яҡыны Өфөгә тура килә.





