Был турала баш ҡала хакимиәтенән белдерәләр. Хәҙер трассала сәғәтенә 60 километр тиҙлек менән хәрәкәт итеү рөхсәт ителә. Быға тиклем унда 80 саҡрымға тиклем тиҙлек йыйырға мөмкин ине. Юлда урынлашҡан фото-видеотеркәү камералары яңы ҡағиҙәләргә ярашлы үҙгәртелгән.





