Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы уртаҡлашты.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәктең йылдам социаль иҡтисади үҫеш биләмәһе Рәсәйҙә иң юғары социаль-иҡтисади үҫеш кимәлен күрһәтте. Былтыр Күмертауҙа эшҡыуарлыҡ әүҙемлеге яҡынса 12 процентҡа артҡан. Был республика Хөкүмәте менән ҡала етәкселегенең берлектәге тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе тигән Башҡортостан башлығы.
Әле Күмертауҙағы биләмәлә 28 резидент эшләй. 2016 йылдан бында 1 346 эш урыны тыуҙырылған һәм 2,4 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалынған. Киләһе йылға тағы ла 4-5 компания йәлеп итеү маҡсаты ҡуйылған. Күмертауҙан тыш бөгөн Бәләбәй, Нефтекама, Белорет, Благовещен һәм Учалыла ла йылдам социаль иҡтисади үҫеш биләмәһе йәйелдерелә. «Беҙҙең төп ҡаҙанаштар алда әле», тип ышаныс белдергән Радий Хәбиров.




