Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Алмас Шөғөров етәкләгән крәҫтиән – фермер хужалығы Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә билдәле. Хужалыҡ инглиз тоҡомло сабыш аттарын үҫтереп уларҙы ярыштарға әҙерләй. Юртаҡтар йыл һайын Рәсәй кимәлендәге сабыштарҙа ҡатнашып, алдынғы урын яулай.
Әбйәлил егете Сергей Айсенов бала саҡтан аттар менән ҡыҙыҡһына,сабыштарҙа ҡатнаша. Йылҡы малына һөйөүө уны Алмас Шөгөров менән таныштыра. Бына 5 йыл Сергей уның хужалығында сабыш аттарын тәрбиәләй, уларҙы ярышҡа әҙерләй.
Әле чемпиондарҙың ғинуарға тиклем ял осоро.Ҡаты диета,күнекмәләр ваҡытлыса туҡтатылды. Ә бынан 1 ай элек Фрегатта Голд ҡушаматлы ат Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында үткән «Ил башы» кубогы өсөн ойошторолған ярышта 2-се урын яуланы.
Хужалыҡта һәр сабыш миҙгеленә дөлдөлдәрҙе ентекле әҙерләйҙәр. Туҡландырыу, улар менән саф һауала шөғөлләнеү ныҡлы тәртипкә һалынған. Алмас Шөгөровты башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү маҡсатында ойошторолған «Ирәндек» ассоциацияһы рәйесе итеп билдәләнеләр. Был юҫыҡта ла алдына ҡуйған маҡсатынан тайпылмаҫ тырыш ир уҙаманы.
Раушания Рәхимова.




