Унда милли мәғариф өлкәһендәге һорауҙар ҡарала. Мәҫәлән, балалар өсөн башҡорт телендә электрон уйынсыҡтар етештереү мөмкинлектәре. Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зиннуров һөйләй.
Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай менән берлектә "Этномәҙәни белем биреү ойошмаһы" төшөнсәһен федераль законға индереү буйынса эш башланды. Тормошҡа ашырыласаҡ проекттар араһында - башҡорт теленең халыҡ-ара сертификатын булдырыу, мәктәптәр һәм колледждар араһында "Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты" конкурсын уҙғарыу.





