Башҡортостан парламенты дистанцион белем биреү мөмкинлектәрен баһаларға йыйына

Башҡортостан парламенты дистанцион белем биреү мөмкинлектәрен баһаларға йыйына
Фото №1 - Башҡортостан парламенты дистанцион белем биреү мөмкинлектәрен баһаларға йыйына

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында “Хөкүмәт сәғәте” үтә. Унда ситтән тороп белем биреүҙең техник мөмкинлектәре һәм уҡытыу программаһы мәсьәләләре ҡарала. Көн тәртибенә 50-гә яҡын закон проекты сығарыла. Улар араһында киләһе йылға бюджет планы, урамда рөхсәтһеҙ сауҙа итеү өсөн штрафты үҙгәртеү, инвесторҙарға һалым льготалары биреү һәм башҡалар бар. Бынан тыш, депутаттар Йәмәғәт палатаһына 10 кандидат тәҡдим итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ