6-10-сы класс уҡыусылары ситтән тороп белем ала. Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек етәксеһе Жанна Миникеева әйтеүенсә, онлайн дәрестәрҙең сифаты ҡайтыш түгел.
Дистанцион белем биреү сифаты даими тикшерелә. Мохтаж ғаиләләрҙә балаларҙы онлайн уҡытыуға шарттар булдырыу өсөн компьютер планшеттары һәм ноутбуктар тапшырыла.





