Башҡортостанда коронавирустан һәләк булыусылар 70-тән ашты

Уҙған тәүлектә яңы инфекциянан 1948 йылғы ҡатындың ғүмере өҙөлгән. 125 пациентта Ковид-19 вирусы асыҡланған. Шулай итеп  пандемия башланған осорҙан яңы инфекция диагнозы 12809 кешегә ҡуйылды.

Ауырыуҙарҙың 356-һы стационарҙарҙа, 1107-һе амбулатор шарттарҙа дауалана. Ауыр хәлдәге 32 пациенттың 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тәүлек эсендә 84 кеше һауыҡҡан. Бынан тыш, 389 кешегә пневмония диагнозы ҡуйылған, 376 кеше йүнәлгән.  

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирустан һәләк булыусылар 70-тән ашты

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ