Һауыҡҡан кеше – ауырыуҙы ҡотҡара

Плазма ярҙамында... Ҡатмарлы пандемия башланған осорҙа сирҙе үткәреүселәрҙе донор булырға саҡырырға тура килһә, хәҙер күптәр был сараның мөһимлеген аңлап Республика ҡан тапшырыу станцияһына үҙҙәре теләп килә. Плазма бирергә... Бөгөн акцияға Өфө ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.

Анастасия Пономарева беренсе тапҡыр донор сифатында... Баш ҡала хакимиәтендә эшләгән ханым яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндән һуң, сирҙе ауыр формала үткәреүселәргә ярҙам йөҙөнән ҡан плазмаһы тапшырырға ҡарар иткән

Ковид-19 инфекцияһын еңгәндән һуң, донор булыу теләгем тыуҙы. Инфекцияны уртаса ауырлыҡта үткәрҙем. Ҡатмарлы сирҙән ауырыусыларға плазма тапшырып, ярҙам итергә булдым.

Анастасия Пономарева, Өфө ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәре

Республика ҡан тапшырыу станцияһы көнөнә 120-нән ашыу донорҙы хеҙмәтләндерә ала. Ҡан ентекле биохимик тикшереү үтә. Пациенттың анализдары яҡшы, хроник сирҙәре булмаған осраҡта донорлыҡ рөхсәт ителә. Субьектив ҡараштарҙы иҫәпкә алып, ковид плазмаһын тапшырыусыларға ике айырым бүлмә тәғәйенләнгән. Һәр кешенән яҡынса 600 милли литр плазма алына. Әҙерәк миҡдарҙа булғандары ике-өс дозаға бүленә. Донорҙы туҡландырыу өсөн дә 520 һум күләмендә сығымдар ҡаралған.

Донорҙар ике аҙна һайын ҡан тапшыра ала. Ҡан биргән көндө уларға ял яҙыла, ә тағы ла бер көн ялды улар үҙҙәренә кәрәк ваҡытта ала ала.

Республикала ковид плазмаһын тапшырған 800-ҙән ашыу донор 5 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк менән дәртләндерелгән. Әлеге ваҡытта түләүҙәр туҡтатылһа ла, донор булырға теләүселәр кәмемәгән. Улар бөтәһе лә ковидҡа ҡаршы плазма тапшырыуҙы изге эш тип һанай..  

Белгестәр билдәләүенсә, станцияла йыйылған плазма бында оҙаҡ тотҡарланмай, республика дауаханаларына ебәрелә. Өфө трансфузиологтары ҡан плазмаһы етештереү буйынса Мәскәүҙәрҙән ҡала икенсе урынды биләй. Киләһе йылдан ковидҡа ҡаршы плазма етештереүҙе тағы ла арттырыу күҙаллана.

Фото №1 - Һауыҡҡан кеше – ауырыуҙы ҡотҡара

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ