Өфө гаражында табылған медицина ҡалдыҡтары юҡ ителергә тейеш

Тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы талабы буйынса Өфө гаражында табылған медицина ҡалдыҡтары юҡ ителергә тейеш. Ведомство шприцтар һәм ҡанлы пробиркалар һаҡлау ҡағиҙәләренең боҙолоуын асыҡлаған. Атап әйткәндә, уларҙы һаҡлау өсөн һыуытҡыстар булмаған, биналар санитария талаптарына яуап бирмәгән.

Бынан тыш, фирма янындағы ангарҙарҙың береһендә ҡалдыҡтарҙы яндырыу ҡоролмаһы табылған. Тикшереү мәлендә ул эшләмәгән булған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, медицина ҡалдыҡтары келәте Максимовка ауылының Чекмарев урамындағы торлаҡ секторында табылғайны. Водитель-экспедитор Әнүәр Еникеев әйтеүенсә, хәүефле сүп-сар Бөрө, Туймазы, Асҡын һәм башҡа биләмәләрҙән килтерелгән булған.

Фото №1 - Өфө гаражында табылған медицина ҡалдыҡтары юҡ ителергә тейеш

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ