Баймаҡ районының иң төпкөл Урал ауылында йылға ярҙары тоташты. Капиталь ремонттан һуң объект файҙаланыуға тапшырылды.
Оҙаҡ йылдар һәр яҙ ташҡын осоронда урындағылар ауылдан сығыу өсөн башҡа юлдар эҙләргә мәжбүр була. Иҫке күпер сафтан сығыу сәбәпле, ҡар һыуы ауылдан ҡалаға сығыу урынын баҫып ала. Ниһайәт , Уралдарға бар талаптарға яуап биргән күпер төҙөнөлөр.
Проект өсөн Республика ҡаҙнаһынан 6 миллион һум күләмендә аҡса бүленә. Төҙөлөш эштәрен яуаплылығы сикләнгән «Альянс»йәмғиәте башҡара, төҙөкләндереү ағымдағы йылдың август айында башлана. Күпер бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа индерелә.
Киләһе йыл ауыл эсендәге юлдарға ҡырсынташ түшәү ҡаралған. Төҙөк юлдар, төҙөк күперҙәр – былар барыһы ла райондың йөҙөн күрһәтә, быйыл Темәс, Йомаш һәм Сәйғәфәр ауылдарында ла күперҙәр тергеҙелде. Киләсәктә лә был йүнәлештә эштәр дауам итәсәк.
Раушания Рәхимова.




