Ҡотҡарыусылар хәүефле зонанан 35 кешене, шул иҫәптән 7 баланы эвакуациялаған. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар юҡ. Янғын сыҡҡан фатир эсендәге йорт йыһаздары, түшәм һәм иҙәндәр зыян күргән. Осраҡ буйынса тикшереү бара.
Шулай уҡ бөгөн таңда Саҡмағош районы Саҡмағош ауылынан 5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан ташландыҡ баҡса йортонда янғын сыҡҡан. Утҡа ҡаршы көрәшкә 2 берәмек техника һәм 5 хеҙмәткәр йүнәлтелгән.
Асыҡланыуынса, ут ялҡыны 18 квадрат метр майҙанлыҡ таҡта ҡоролманы ялмап алған була. Янғын тиҙ арала һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт эсендә билдәһеҙ ирҙең кәүҙәһе табыла. Һәләк булыусының шәхесе асыҡлана. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.
Гөлдәриә Йосопова.




