Бөгөн төбәк брендтарының «Рәсәй тәме» беренсе милли конкурсы башланды. Башҡортостандан бәйгелә өс тиҫтәләп аҙыҡ төрө ҡатнаша. Улар араһында башҡорт бауырһағы, солоҡ балы, ҡорот, талҡан, хатта ҡаҡланған дөйәғош ите лә бар. Донъялағы иң эре ҡоштан әҙерләнгән ризыҡты БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов тәмләп ҡараны.
Альбина Йәнбәкованың һәр иртәһе дөйәғоштарҙы сәләмләүҙән башлана. Көнөнә ике тапҡыр ашарға һалыу, һыу ҡойоу, аҫтарын таҙартып, йомортҡаларҙы йыйыу – быларҙың барыһы ла хужалыҡ хеҙмәткәренең яратып башҡарған эше. Ҡоштар ҙа уның килеүен көтөп кенә тора. Әле был фермала барлығы 300-ләп дөйәғош иҫәпләнә. Ҡыштың һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, йылы яҡтың ҡоштары беҙҙең климат шарттарына ла тиҙ яраҡлашҡан.
Иң тәүҙә агротуризм менән шөғөлләнгән хужалыҡ һуңғы йылдарҙа ит баҙарын да яулай башлаған. Сөнки Рәсәйҙә дөйәғош итенә ихтыяж артҡан. Донъялағы иң эре ҡош оса белмәһә лә, ауыр боттары менән маҡтана ала.
Дүрт йылда был ҡоштарҙың ауырлығы 150 килограмға етә, улар 70 йәшкә тиклем йәшәй. Белгестәр билдәләүенсә, дөйәғош ите айырыуса Европа һәм Азия илдәрендә юғары баһалана.
Бөгөн был продукцияны Рәсәй ресторандарында ла тап итергә мөмкин. Әммә хужалыҡ етәкселеге яуланған үрҙәр менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Улар Башҡортостан бренды исемлегенә ҡаҡланған дөйәғош итен дә индерергә ниәтләй. Бының өсөн йүнселдәр төбәк брендтарының «Рәсәй тәме» беренсе милли конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән.
Бөгөн интернетта төбәк брендтары өсөн тауыш биреү башланды. 2 декабргә тиклем һәр кем үҙенә оҡшаған продукцияны һайлау мөмкинлегенә эйә. Ошо рәүешле халыҡ үҙҙәре йәшәгән төбәккә, уның етештереүселәренә тауыш йыйырға ярҙам итә ала.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурстың маҡсаты – Рәсәй ҡулланыусыларын ил төбәктәрендә етештерелгән төрлө аҙыҡ-түлек брендтары менән таныштырыу, уларҙың үҫеш мөмкинлектәрен асыҡлау. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса һигеҙ номинацияла финалистар билдәләнеп, артабан эксперттар комиссияһы еңеүселәрҙе асыҡлай.
Илдар Байбулатов.




