Милли телеканалдарға юҡҡа сығыу хәүефе янай

Сөнки Рәсәй телевидениеһы һанлы форматҡа күсеү менән бушлай тапшырылған ике мультиплекс эшләй башланы. Уға егерме федераль канал инә. Ә төбәк телеканалдарына урын ҡалманы. Уларҙы өсөнсө мультиплекс ҡына ҡотҡара ала. Бөгөн Рәсәй төбәктәре Федерация советы менән ошо проблемаға арналған видеоконференция ойошторҙо.

Башҡортостанда 216 сигнал тапшырыусы станциялар ҡоролған. Был илдең Европа өлөшөндә иң яҡшы күрһәткес. Шуға ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ үҙ телеканалын юлдаш аша ҡарай алмай. Төбәк телеканалдарына кабелдә 21-се кнопка бирелде. Әммә аналог сигналда ҡалған БСТ каналы аудиторияһын юғалта.

2019 йылдың ноябренән ОТР каналында рус телендә 5 сәғәтлек БСТ телеканалы тапшырыуҙары күрһәтелә. Әммә башҡорт телендәге популяр тапшырыуҙар юҡ. Шуға күрә лә урындағы власть вәкилдәре һәм Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары өсөнсө төбәк мультиплекс пилот проектында ҡатнашыу теләге буйынса ил етәкселегәнә тәҡдимдәр индерәсәк.

Гүзәл Борханова.