Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Чебоксарҙа үткән төбәк-ара фестивалдә ҡатнаша

Бөгөн труппа  социаль драма жанрында Марта Райцес пьесаһы буйынса “Мин кулак” инклюзив спектакле менән сығыш яһай. Шулай уҡ, Мостай Кәрим әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” спектакле Йошкар-Олала бөгөн башланған “Дуҫлыҡ күпере” Бөтә рәсәй фестивалендә онлайн-режимда күрһәтелә.