Бер йыл элек улар ташландыҡ ферма бинаһын һатып алып, уны төҙөкләндергән. Әле бында ит өсөн мал үрсетелә. Фермер Илнур Фәхретдинов.
Үткән йылда Дүсмәт ауылында “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһы буйынса асфальт түшәлгән. Төҙөк юл тап фермаға тиклем илтә. Йүнселдәр артабан Ауыл хужалығы министрлығы проекттарында ҡатнашып, эштәрен киңәйтергә планлаштыра.





