Һанлы Башҡортостан

Һанлы Башҡортостан
Фото №1 - Һанлы Башҡортостан

Өфөлә республика менән идара итеү үҙәге барлыҡҡа килде. Ил президенты Владимир Путин ҡуйған талаптар буйынса, бындай үҙәктәр һәр төбәктә 1 декабргә тиклем булдырылырға тейеш. Уның төп маҡсаты - халыҡ мөрәжәғәттәрен туплау һәм мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, проект дәүләт ойошмалары эше һөҙөмтәлелеген дә арттырыуға йүнәлтелә. Мәҫәлән, пандемия осоронда ҡайһы урында компьютер томографы тикшереүен үтергә була.

Һанлы Башҡортостан

Әле яңы үҙәктең бинаһын төҙөү дауам итә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һөйләй.

Һанлы Башҡортостан

Республика менән идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге өс бүлектән тора. Береһе “Инцидент” системаһы өсөн яуаплы була. Шулай уҡ  иҡтисади-аналитика һәм мәғлүмәт бүлектәре булдырыла. 

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ