“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”
Фото №1 - “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”

Башҡортостан “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”милли проекты үтәлеше буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы. Республика Башлығы Радий Хәбиров халыҡ-ара “Рәсәй транспорты” форумында ҡатнашты. Башҡортостанда юл сифаты яҡшырғандан яҡшыра бара, киләсәктә юл фондын финанслауҙы йыл һайын арттырыу планлаштырыла, тине Башҡортостан етәксеһе. Юл хәрәкәтен камиллаштырыу маҡсатында ҙур инфраструктура проекттары тормошҡа ашырыла. Айырыуса, ул Өфө агломерацияһына ҡағыла. Башҡортостанда 2020 йылда милли проект сиктәрендә 213 километр юл төҙөкләндерелгән. Йыл аҙағына был күрһәткесте 305 километрға тиклем еткереү планлаштырыла. 

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ