Коронавирус пандемияһы шарттарында халыҡ эске туризмға өҫтөнлөк бирҙе. Әммә беҙҙең республика бындай туристик ағымға әҙер булдымы? Туризм буйынса эксперт Кинйә Ҡусҡилдин “Юлдаш” радиоһында “Асыҡ студия” тапшырыуында был һорауға яуап бирҙе.
Башҡортостандың туристик мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланылмай. Бының өсөн ял итеү инфраструктураһын яҡшыртырға кәрәк. Туризм урындағы халыҡ өсөн дә мөһим табыш сығанағына әйләнә ала. Кинйә Ҡускилдин дауам итә.
2024 йылғаса йәйге эске туризм ағымын 3 миллион ярым кешегә еткереү бурысы ҡуйылды. Бының өсөн республикала туристик ял итеү кластерҙары ойошторола.





