Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бөгөн Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бөгөн Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты
Фото №1 - Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бөгөн Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты

Өс көн дауамында операторҙар 3 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән. Мөрәжәғәттәрҙең 90 проценты буйынса шунда уҡ яуап бирелә, ҡалғандары медицина ойошмаларына ебәрелә. Андрей Назаров үҙәк эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Телефоны – 8-347-218-19-19. Әйткәндәй, интернетта коронавирусҡа ҡаршы оператив штабтың телеграмм каналы эшләй башланы. Бынан тыш, коронавирус буйынса тест һөҙөмтәһен “К врачу” тигән мобиль ҡушымта ярҙамында белергә була.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ