Рәшәткә артындағы эш

Йыл башынан республиканың холоҡ төҙәтеү колонияларында яҡынса бер миллиард һумлыҡ продукция етештерелгән. Енәйәт-башҡарыу системаһының сәнәғәт комплексы машиналар төҙөлөшө, металл эшкәртеү, махсус кейем тегеү, ярымфабрикаттар әҙерләүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ хөкөм ителеүселәр суйын ҡойоп, ағас эшен башҡарып, төбәктәге парк-скверҙарҙы биҙәүҙә лә ҡатнаша. Артабан БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллинаның яҙмаһында.

Өфөләге парк-скверҙарға сираттағы заказ үтәлә. Хөкөм ителеүселәр ағас юнып, таҡталарҙы металл каркасҡа беркетә. Филүс Мостаевтың рәшәткә артына ултырыуына алты ай, алда тағы ла ете йыл. Иректәге һөнәре тәүге көндән үк колониялағы производство цехына эшкә урынлашырға булышлыҡ иткән.

Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы ярындағы был ҡоймаларҙа 9-cы холоҡ төҙәтеү колонияһында етештерелгән. Канализация люктары, урналар, сүп-сар контейнерҙары, яҡтыртыу ҡорамалдарыбында баш ҡалаөсөнгенә түгел, бар республика өсөнмөһим продукция сығарыла. Заказдар етерлек. Производство майҙандарын киңәйтеү буйынса эш алып барыла.

Был зал үҙенә күрә музейҙы хәтерләтә. Экспонаттарҙың авторҙары – хөкөм ителеүселәр. Колонияла алты цех иҫәпләнә, суйын ҡойоу, ағас эшкәртеү, теген, һөт продукцияһы етештереү цехтары эшләй. Сәнәғәт өлкәһенә йәлеп ителеүселәр камераларын мебель, төрлө йыһаздар менән дә тәьмин итә.

Хеҙмәт хаҡын алыу суд ҡарары буйынса билдәләнгән аҡсалата йөкләмәләр, алимент, йә башҡа бурыстарҙы үтәү мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ колония ҡарамағында кафе, магазин да эшләй.

Быйыл колония производство ҡеүәттәрен арттырып, дүрт миллион ярым һумлыҡ килем дә алған. Белгестәр билдәләүенсә, хөкөм ителгәндәргә хеҙмәт адаптацияһы бик мөһим. Рецидив профилактика бара.

Тиҙҙән суйын ҡойоу производствоһында регенерация линияһы асыла. Был формала ҡулланылған ҡомдо 80 процентҡа тиклем экономияларға ярҙам итәсәк. Әле яңы ҡорамалдар монтажлана.

«Енәйәт-башҡарыу системаһын үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә быйыл Башҡортостан холоҡ төҙәтеү колонияларына 29 миллион һумлыҡ 210 яңы ҡорамал һатып алынған. Был тағы ла ярты меңгә яҡын хөкөм ителеүсене хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү мөмкинлеге биргән.

Фото №1 - Рәшәткә артындағы эш

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ