Башҡортостандан ике театр “Алтын битлек”кә дәғүә итә

Бөгөн Мәскәүҙә абруйлы бүләккә тәҡдим ителгән номинанттар иғлан ителде. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының “Конек-Горбунок” балеты һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “Гөлбостан” спектакле исемлеккә индерелгән. Башҡорт драма театры режиссеры Айрат Абушахманов ҡуйған тамаша премьераһы быйыл феврелдә булды. Театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Динара Ҡәйүмова әйтеүенсә, ижади коллектив абруйлы премияға быға тиклем дә лайыҡ булды.

Башҡортостандан ике театр “Алтын битлек”кә дәғүә итә

         “Алтын битлек” милли театраль премияһына номинанттарҙың ҡыҫҡа исемлеге һуңғараҡ иғлан ителә. Бүләкләү тантанаһы киләһе йылдың яҙында үтеүе көтөлә.