Ошо уңайҙан Өфөлә балалар поликлиникаларына автомобилдәр тапшырыу тантанаһы уҙҙы.
Медицина учреждениелары вәкилдәренә транспорт сараларын Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин менән Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин тапшырҙы. Улар әйтеүенсә, әле төбәктә һаулыҡ һаҡлау тармағының матди-техник базаһын нығытыуға айырым иғтибар бирелә. Дауаханаларға ашығыс ярҙам машиналарын алыу, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү бара, кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә.
Балалар поликлиникаһы вәкилдәре әйтеүенсә, медицина учреждениелары өсөн автомобилдәр бик кәрәк. Сөнки пандемия ваҡытында өйгә саҡырыуҙар артҡан, табиптарға иртәнән кискә тиклем эшләргә тура килә. Ә күпселек поликлиникалар хеҙмәтләндергән участкалар Өфөнән ситтә лә урынлашҡан, шәхси секторҙа ла йорттар байтаҡ.
Рәмзиә Кәримова.




