Бөтә донъя бала көнө һәм балалар табиптары көнөнә бүләк «Батырлыҡ ҡумтаһы»нда

«Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһы пациенттарына 850 уйынсыҡ һәм ижад өсөн кәрәк-яраҡтар тапшырҙы.

Хәйриә акцияһы бүләктәре укол ҡаҙатҡан һәм бармаҡтан анализ биргән балаларға тапшырыласаҡ. Ҡыҙҙар, малайҙар уйынсыҡтарҙы үҙҙәре һайлай ала.

Бөгөн анализ биҙем. Бармағыма сәнсеп ҡан алғанда ҡурҡманым. Хатта бүләк алдым. Һүрәт төшөрөү өсөн буяуҙар һайланым.

Нурия Фәтҡуллина

«Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған хәйриә акцияһының маҡсаты – балаларҙа дауахана мөхитенә ыңғай тәьҫорат уятыу, уларҙың ҡурҡыу тойғоһон еңеү.

Фото №1 - Бөтә донъя бала көнө һәм балалар табиптары көнөнә бүләк «Батырлыҡ ҡумтаһы»нда

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ