Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары онлайн-режимда эшләй

Коронавирус пандемияһына бәйле, Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары онлайн-режимда эшләй. Етеп килгән Әсәйҙәр көнөнә Иглин районының үҙешмәкәр коллективтары сираттағы видеоҡотлау әҙерләй.

Ҡурай, думбыра, гитара моңдары. Район мәҙәниәт йорто коллективы сәхнәлә сағыу концерт программаһы тәҡдим итә. Һәр сығыш видеокамераға теркәлде, был яҙма социаль селтәрҙәрҙә ҡуйыласаҡ.

Әйткәндәй, учреждение хеҙмәткәрҙәре онлайн-форматта тәүгә эшләмәй. Яңыраҡ йырсылар һәм шиғыр һөйләүселәр конкурсы уҙғарылған. Тиҙҙән «Бейеү хакимлығында» тип исемләнгән бәйге ойоштороу ҙа планлаштырылған.

Гөлназ Хәйбуллина.