Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Алтын капитал» ойошмаһы буйынса суд ултырышы үтә

Төбәктә финанс пирамида булараҡ танылған компания 2013-2016 йылдарҙа граждандарҙың аҡсаһын үҙләштерә. Ойошма эшмәкәрлегенән башлыса хаҡлы ялдағы клиенттар зыян күрә. Дөйөм алғанда улар пирамидага 89 млн һум аҡса һалып алдана. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

«Алтын капитал» финанс пирамидаһы буйынса енәйәт эше ҡарала. Тикшереүгә ярашлы, пирамидага аҡса индереүсе кешеләргә сумманан 40% килем вәғәҙә ителә. Әммә граждандар мутлашыусылар тарафынан алданып аҡсаларын юғалта. Дөйөм алғанда 89 млн һумдан ашыу сумма тураһында һүҙ бара.

«Алтын капитал» банк булараҡ эшмәкәрлек алып бара, шуға ла халыҡта ғына пирамида тип йөрөтөлә. Рәсми мәғлүмәткә ярашлы финанс ойошма тип исемләнгән компания республика буйынса 450 кешегә аҡса ҡайтармай.

Сәйер предприятие Стәрлетамаҡта ғына түгел, Ишембай, Салауат, Нефтекама шулай Ырымбур ҡалаларында эш алып бара. Клиенттарҙы пирамидага йәлеп итеү өсөн бер нисә йыл элек компания тарафынан күп яҡлы реклама ойошторола . Проценттар ярҙамында аҡса эшләргә теләгән граждандар 10 меңдән алып ике миллион һумға тиклем сумма юғалта.

Зыян күреүселәрҙең күбеһе өлкән йәштәге йәки хаҡлы ялдағы граждандар. Улар оҙаҡ йылдар йыйған аҡсаларын «Алтын капитал» ойошмаһына тапшыра.

«Алтын капитал» компанияһы биш йыл элек ойошторола. Әммә компания хеҙмәткәрҙәре ғәйепле тип табылмай. Бюджет менән бәйле эшмәкәрлекте компанияның етәксеһе – 34 йәшлек Кирилл Белоносов алып бара һәм граждандарҙың аҡсаһын үҙләштерә.

Мин финанс ойошмаға инеүселәрҙең аҡсаһын тотонманым. Компания иҫәбендә булған сумманан өлөшләтә бурысты ҡайтарырға мөмкин.

Кирилл Белоносов, «Алтын капитал» ойошмаһы етәксеһе

Ҙур сумма менән мутлашыу осрағы буйынса енәйәт эше 2016 йылда ҡуҙғатыла. Бөгөнгө көнгә тиклем йөҙҙән ашыу экспертиза үткәрелә, документтарҙағы ҡултамғалар бер нисә тапҡыр тикшерелә.

Экпертизаға ярашлы тап ойошма етәксеһе аҡсаларҙы үҙләштергәне иҫбатланды, бында бухгалтер һәм башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең ҡыҫылышы юҡ. Зыян күреүселәрҙең аҡсаһы ғәйепләнеүсе яуаплығында була.

Айрат Фаворисов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы

«Алтын капитал» тәүҙә ломбард булараҡ эшләй. Билдәле булыуынса, әле уның етәксеһе Кирилл Белоносовтың фатирына, машинаһына һәм банк иҫәптәренә арест һалынған. Уның шәхси милке 20 млн һумға иҫәпләнә һәм был сумма зыян күреүселәргә ҡайтарылыртип көтөлә.

Финанс мутлашыу менән бәйле енәйәт эше 150 том тәшкил итә, шуға ла суд ҡарары өс көн дауамында иғлан ителәсәк. Мутлашыу бер нисә статья буйынса ҡарала һәм зыян күргән 450 кешенең ғаризаһы иҫәпкә алына. Суд барышында Прокуратура ғәйепләнеүсе Кирилл Белоносов 9 йылға тиклем  иркенән мәхрүм ителергә тейеш тип сығыш яһаны.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Алтын капитал» ойошмаһы буйынса суд ултырышы үтә
Башбат

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ