Хәүефле шарттарҙа ла ололар яңғыҙ ҡалмаясаҡ

Хәүефле шарттарҙа ла ололар яңғыҙ ҡалмаясаҡКоронавирус инфекцияһы киҫкенләшкән мәлдә социаль хеҙмәткәрҙәрҙең дә эш күләме арта. Үҙҙәре ҡарамағында булған ярҙамға мохтаждарҙан тыш, улар 65 йәште уҙған өлкәндәрҙең барыһының да йорттарына аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары алып бара. Үҙизоляцияла ултырған өлкәндәргә мәрхәмәтлек күрһәтеүсе һөнәр эйәләре менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Йылы аш ашатыу, аҙыҡ-түлек һатып алыу, өйҙө йыйыштырыу кеүек ошо һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеү социаль хеҙмәткәрҙәрҙең көндәлек бурысына инә. Әлфинә Ишмаева социаль хеҙмәткәр булып 31 йыл эшләй. Уның ҡарамағында 20 пенсионер, һәр береһенә аҙнаһына икешәр тапҡыр йөрөргә кәрәк. Эш еңелдән түгел, әммә һөнәрем изге тип йыуана ул.

Әлфинә Әлиф ҡыҙы 92 йәшлек Степанида Петрованы 2018 йылдан алып тәрбиәләй. 10 йылға яҡын яңғыҙ ғүмер иткән тыл ветераны социаль ярҙамға мохтаж. Килеп хәлемде белһәләр еңел булып китә, тыныс, артығын һөйләмәй, үҙемдең ҡыҙым кеүек, ти пенсионер социаль хеҙмәткәр хаҡында. 

Килгәнен көтөп кенә ултырам. Картуф, йомортҡа бешертеп ала һалам. Тоҙланған йәшелсәләрҙе алып бирә, бүлмәне йыйыштыра.

Степанида Петрова, тыл ветераны

Яңғыҙ йәшәгән Эмилия Григорьевнаға аҙна һайын Салауатта йәшәгән ҡыҙы ҡайтып тора. Шуға ҡарамаҫтан социаль хеҙмәткәр яраҙамынан да баш тартмай. Мария Александровна алты йыл дауамында 90 йәшлек пенсионерҙың йомоштарын үтәй. Ул да үҙенә беркетелгән хаҡлы ялдағылар менән даими бәйләнештә.

Тәүҙә заводта эшләнем, ләкин декрет ялынан һуң ауыр тип унда кире сығып торманым. Социаль хеҙмәткәр булып урынлаштым. Бында бөтәкеше эшләй алмай, сөнки йомшаҡ күңелле булырға кәрәк. Эш хаҡы ла юғары түгел.

Мария Иванова, социаль хеҙмәткәр 

Республика буйынса 2 мең социаль хеҙмәткәр оло йәштәге 37 мең кешене хеҙмәтләндерә. Илдә коронавирус сире таралыуға бәйле, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш тәртибенә лә үҙгәрештәр индерелә.

65 йәште үткән һәр пенсионер иғтибар үҙәгендә. Әйткәндәй, улар республикала ярты миллиондан ашыу. Бөгөн күп кенә ололарҙың улар берҙән-бер ярҙамсыһы. Тап улар шылтыратып хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә иҫкә төшөрә. Социаль ярҙам кәрәк булған осраҡта экранда күрһәтелгән телефон һандары аша шылтыратырға мөмкин.

8 800 775 00 14

Фото №1 - Хәүефле шарттарҙа ла ололар яңғыҙ ҡалмаясаҡ
Башбат

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ