Был әһәмиәтле дата 2012 йылдан билдәләнә. Уны йыл һайын 13 февралдә уҙғарыу тураһында ҡарарҙы ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы 2011 йылда ҡабул итә.
Дата осраҡлы ғына һайланмаған. 1946 йылдың тап 13 февралендә эфирға тәүге тапҡыр “ООН радиоһы” эфирға сыға. Станция халыҡ-ара ойошманың штаб-фатирында урынлашҡан була.
Ойоштороусылар фекеренсә, байрам радиоға ҡағылышлы булған һәр кемдең хеҙмәттәшлеген нығытыуға, халыҡ-ара һәм урындағы радио станцияларға мәғлүмәттәргә инеү мөмкинлеген киңәйтергә булышлыҡ итергә тейеш. Цифрлы технологиялар заманында радио донъялағы иң ҙур аудиторияға аралашыу һәм элемтә сараһы булып тора.




