Оператив штаб мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлек республикала тағы ла 128 сирле теркәлгән. Бер көн эсендә 88 кеше һауыҡҡан, дөйөм алғанда, республиканың 11 мең 414 кешеһе мәкерле сирҙән ҡотолған.
Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус ҡорбандары һаны 74 кешегә етте. Кисә Башҡортостанға Алабуға ҡалаһынан килгән 1969 йылғы ир вафат булған.




