Бер аҙнала ғына 5 меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул иткән

Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге республика башлығының күрһәтмәһенә ярашлы дүшәмбе эш башланы. Үҙәк операторҙары коронавирус буйынса халыҡтың мөрәжәғәттәренә яуап бирә. Уларға кәңәштәр менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре, табиптар, ғалимдар ярҙам итә. Бында иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем шылтыратырға мөмкин. Үҙәк эшмәкәрлеге менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла танышты.

Лилиә Һатыбалова үҙәктә тәүге көндән алып эшләй. Телефон бер минутҡа ла тынмай, ти ул. Көн һайын 200-ләп мөрәжәғәткә яуап бирергә тура килә. Операторҙар, төшкә ашҡа ла сират буйынса, алмашлап ҡына сыға.

Үҙәктең тотҡарлыҡһыҙ эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн операторҙар сменаға бүленеп эшләй. Һәр төркөмдә 75 кеше. Операторҙар өсөн яуаплы белгестәр, йәғни тим-лидерҙар ҙа билдәләнгән.

Операторҙар араһында төрлө һөнәр эйәләре лә, ирекмәндәр ҙә бар. Улар бында күңел ҡушыуы буйынса, кешеләргә ярҙам итеү теләге менән килгән. Мәҫәлән, журналист Ильяс Ҡасҡынов үҙ эшен алып барырға ла, үҙәктә хеҙмәт итергә лә өлгөрә. Кешеләр менән һөйләшкәндә иң мөһиме тыныслыҡ һаҡлау, ти ул.

Кешеләр аныҡ проблемалар менән дә, кәңәшләшер өсөн дә шылтырата. Зилә Хөсәйенова әйтеүенсә, оло быуын вәкилдәре менән аралашҡанда тел белеү ныҡ ярҙам итә.

Үҙәктә үҫеш мөмкинлеге лә бар, үҙ эшенә яуаплы ҡарағандар яңы статусҡа күтәрелә. Рима Ғөбәйҙуллина ла бөгөндөн тим лидер. Ойоштороусылар әйтеүенсә, Рима Айрат ҡыҙы кешеләр менән эшләй белеү һәләте, юғары кимәле айырылып тора.

Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге асылыуға бер аҙнала тулмаған, әммә был ойошма йәмғиәткә үҙенең кәрәклеген иҫбатлап өлгөргән дә инде. Аҙна башынан алып 5 меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул ителеүе шуға асыҡ дәлил.

Фото №1 - Бер аҙнала ғына 5 меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул иткән

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ