Өфөлә коронавирус пандемияһына бәйле үҙ изоляцияла булған граждандарға аҙыҡ-түлек тупланмалары һәм дарыуҙар таратыла. Мәрхәмәтлек сараһынан эшҡыуарҙар ҙа, депутаттар ҙа ситтә ҡалмай.
Иғтибар үҙәгендә – ауыр тормош шарттарында ҡалған өлкән быуын вәкилдәре, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр. Мәкерле инфекция менән көрәштә волонтерҙарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Алғы һыҙыҡҡа баҫҡан табиптар кеүек, улар көн һайын изге эштәр башҡарып, замандаштарына өлгө күрһәтә. Сираттағы акция сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фатима Ғәлләмоваға ла хөрмәт күрһәтелде.
Гөлназ Хәйбуллина.




