Бөтә илгә насар яҡтан танылып өлгөргән пансионат тирәләй йәнә низаҡ ҡупты. Был юлы инспектор һәм табиптарҙың иғтибарын Зубов ауылындағы филиалы йәлеп итә. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ентекләберәк.
Зубов ауылы. Хәҙерге кәндәр... Бөтә илгә «танылыу» яулаған «Минең ғаиләм» пансионаты. Бер ай элек шәхси учреждение кеше ғүмеренә ҡурҡыныс тыуҙырыусы тип таныла. Ленин районы суды хәүефле бинаны бушатырға, ә ҡарттарҙы икенсе урынға урынлаштырырға тигән ҡарар сығара. Әммә ике пансионаттың береһе һаман эшмәкәрлеген дауам итә.
Өфө янындағы пансионатты суд приставтары, полиция, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм табиптар тикшерҙе. Ведомство вәкилдәре суд ҡарарына ярашлы «Минең ғаиләм» ойошмаһын ябыу маҡсатында юллана. Пансионатта тороусыдарҙан коронавирусҡа анализ алына, сәләмәтлеге тикшерелә. Кәрәк булған осраҡта пенсионерҙар дауаханаға ебәреләсәк, тип белдерҙе медицина хеҙмәткәрҙәре.
Зубовтағы «Минең ғаиләм» пансионатында 30 кеше йәшәгән. Бында тәрбиәләнеүселәренең яртыһын дәүләт үҙ ҡарамағына алһа, бәғзеләрен туғандары алып ҡайта.
Ололарҙың йәшәү шарттары тейешле кимәлдә булып сыҡмай. Прокуртаура вәкилдәре асыҡлауынса, учреждение янғын хәүефһеҙлеге һәм санитар-эпидемиологик талаптарын тура килмәй, ә хеҙмәттәр халыҡты социаль яҡлау ҡағиҙәләренә ярашлы башҡарылмай. Әммә пансионат хеҙмәткәрҙәре икенсе фекерҙә.
Алдан хәбәр ителеүенсә, октябрь урталарында 81 йәшлек пансионатта тороусы пенсионер бинаның икенсе ҡатынан килеп төшә. Ҡартты дауаханаға ебәрәләр, ләкин уның ғүмерен ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр. Башҡортостандың Тәфтиш комитетында «Һөнәри бурыстарҙы тейешле үтәмәү һөҙөмтәһендәге һаҡһыҙлыҡ буйынса үлемгә килтереү» һәм «Айырым төр шәхестәргә тәғәйен булмаған сифатлы хеҙмәт күрһәтеү» статьялары буйынса тикшереү эштәре бара.
Әлфинә Килдейәрова.




