Бөгөн Өфөлә өс нөктәлә йәрминкәләр ойошторолдо

Көҙҙөң һуңғы айҙары ҡарһыҙ һәм сағыштырмаса йылы тороуы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр өсөн ҡулай. Хәйер, ҡала халҡы өсөн дә был шарттар тик файҙаға ғына. Щуға ла улар һәр ял көндәрен көтөп ала. Был көндәрҙә баш ҡалаларға райондарҙан ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр ылауҙары килә. Бөгөн Өфөлә өс нөктәлә йәрминкәләр ойошторолдо. Киров районындағы йәрмикәлә баҙар хаҡтары менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ҡыҙыҡһынды.

Гөлнара Сәхипгәрәеваның кәштәһендә үҙебеҙҙең төбәктә үҫкән емештәр. Гөлемеш, һырғанаҡ, балан күҙҙең яуын алып, һатып алыусыларҙы әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Пандемия осоронда халыҡ башлыса ошо шифалы емештәргә өҫтөнлөк бирә икән.

Эшсе хәбәрселәр урамындағы баҙарҙа ҡош һөтө генә юҡ, әммә башҡорт ҡымыҙына өҫтөнлөк бирә. Баймаҡ ерлегендәге бейә һөтәнән ҡымыҙ етештереүселәр шифалы эсемлектең шешәһен ике йөҙ һумдан тәҡдим итә.

Был өҫтәлдә башлыса йылҡы итенән ҡаҙы, тоҙланған май, турамалар, колбаса продукцияһы тәҡдим ителә. Хәләл продукция Өфө районы Миловка ҡасабаһындағы махсус цехта етештерелә. Туңдырылмай эшләнгән ит продукцияһы тәме һәм сифаты менән дә айырылып тора, ти, Илдар Ғирфанов.

Бөгөнгө йәрмикәлә ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң килограмын – 25, кәбеҫтәне – 15, кишерҙе – 30, картуфты – 40 һумдан һатып алырға мөмкин ине. Баҙарға килеүсе халыҡ шулай уҡ балдарҙың төрлө сорттарын, көньяҡ емештәрен, диңгеҙ балыҡтарын һайлап һатып ала алды. Ауыл хужалығы тауарҙары йәрмикәһен һәр ял көндәре даими ойошторолоуына һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт.

Бөгөнгө йәрминкәлә ҡыш миҙгелендәге иң кәрәкле аяҡ-кейем – быйма һатып алырға мөмкин. Уларҙың хаҡы 800-1300 һумға тиклем. Ә биҙәклеләрен быйма етештереүселәр ике меңдән һата. Яңы йыл байрамыдарына тиклем һәр шәмбе һәм йәкшәмбе ауыл хужалығы тауарҙарын тәҡдим иткәе йәрмикәләргә һатып алыусыларҙы көтөп ҡала.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә өс нөктәлә йәрминкәләр ойошторолдо

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ