Сәхнәлә премьера!

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры репертуары йәнә халыҡ шағирының әҫәре менән тулыланды.

Был юлы ижади коллектив әҙиптең «Ғүмер миҙгелдәре» китабына ингән «Ап-аҡ мөғжизә» һәм «Ашҡаҙар» хикәйәләренә нигеҙләнеп ҡуйылған спектаклде сәхнәләштерҙе.

Яңы пьеса «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проекты сиктәрендә Рәсәйҙең, Ҡалмыҡ һәм Әзербайжан республикаларының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Борис Манджиев режиссерлығында тормошҡа ашырыла. Башҡорт классигы әҫәре билдәле драматург Михаил Башкиров инсценировкаһында ҡуйыла. Әҫәр актерҙарҙың уйнау оҫталығынан тыш, үҙенсәлекле сәхнә декорацияһы менән дә тамашасы күңелен яуланы.

Азат Ғәлиуллин.