Венгрия компанияһы “Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә завод асырға ниәтләй. Инвестиция проекты буйынса 2 миллиард 400 миллион һум йәлеп ителә. Заводта 100-ҙән кешегә эш урыны барлыҡҡа килә. Төҙөлөштө киләһе йылда башлау күҙаллана. Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе резиденттар менән тулған. Бынан тыш, сиратта бер нисә инвестор бар. Шуға республикала тағы бер биләмә булдырыу тәҡдиме өйрәнелә тип белдерҙе Радий Хәбиров.





