Һыбайлы һынын тәртипкә клитереү буйынса проект әҙерләнә. Һәйкәлде реконструкциялау өсөн постаментынан алырға тура киләсәк, ти белгестәр. Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, һыбайлы һынын тәртипкә килтереү күптән талап ителә.
Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау киләһе йылдың яҙында башланыуы ихтимал. Проект эше йыл аҙағынаса әҙер булырға тейеш.






