Ул Бөрйән районы Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы мәктәбендә урынлашҡан. Проект Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырыла. Быға тиклем сайыр музейы Әбделмәмбәт мәктәбендә эшләп килгәйне. “Ошо көндәрҙә реконструкция үткәрелде һәм ул ҡайтанан эшләй башланы”, - ти музейҙы ойоштороусы Фәрзәт Ҡаһарманов.






